Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2023, 17:00

Шундай ғына ҡыйын булып китә...

.

Шундай ғына ҡыйын булып китә...
Шундай ғына ҡыйын булып китә...

Шундай ғына ҡыйын булып китә
Етмәй китә һулар һауалар,
Һулҡылдап әрнегән йөрәктәргә
Ҡайҙан табырға һуң дауалар?
Нисек килешергә ҡайғы менән?
Хәтерҙәрҙән нисек юйырға?
Таштай баҫып торған ауыр йөктө,
Һағыштарҙы ҡайҙа ҡуйырға?

Бала ҡайғылары иң ауыры —
Аңлай бары — үҙе кисергән ,
Бала икән - ҡайғы һурпаһының
Иң әсеһен услап эсергән.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Сәфинә Әхмәтова
Читайте нас: