Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2023, 09:16

ЙӘШӘҮ ТӘМҼ

.

ЙӘШӘҮ ТӘМҼ
ЙӘШӘҮ ТӘМҼ

Ниңә икән юлдар тармаҡлана,
Эҙләп тапһаң яҡшы һуҡмаҡты?
Әллә күпме яңы һорау тыуа
Саҡ берәүгә тапһаң яуапты?

Ниңә икән алдан белеп булмай,
Ҡайһы юлдан башлап уҙырға?
Ҡайһы белем ташын аҡтарырға?
Йырын, соҡорҙарҙы урарға?

Ҡайҙа асҡыс бәхет йоҙағына?
Кемдәр менән икмәк бүлергә?
Белһәң ине һынауҙар алдынан
Ниндәй көс һәм тирҙәр түгергә?

Ниңәлер һуң барлыҡ уй хыялдар
Ашмай икән тиҙерәк тормошҡа?
Кәрәк ине хыял һуҡмағында
Юл күрһәтеүсе боролошҡа.

Тик ниңәлер йәме булмаҫ кеүек,
Йәшәү еңел, ләкин күңелһеҙ.
Гел әҙергә ҡалаҡ һуҙыу менән,
Йәнә тоҙһоҙ ашың, йә тәмһеҙ.

Үткәнемә әгәр ҡайтып булһа,
Үтер инем ҡабат шул эҙҙән,
Айырмаһын яҙмыш ерлегемдән,
Ижадымдан, илдән, һөйөүҙән!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Ҡусҡаров Рәмзил
Читайте нас: