

Рәхмәт әйтәм һеҙгә, туғандарым,
Яҡын күреп, тартып торғанға.
Шатлыҡта ла, ауыр саҡтарҙа ла
Яндарымда һәр саҡ булғанға...
Рәхмәтлемен мине һөйгәндәргә,
Минең өсөн янып-көйгәндәргә,
Йөрәгемә үтеп кергәндәргә,
Күңелемә гөлдәр үргәндәргә.
Рәхмәт һеҙгә күңел йылығыҙҙы
Бүлеп биргән өсөн, дуҫтарым.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп
Һуҙған өсөн ярҙам ҡулдарын...
Рәхмәтлемен һеҙҙең барығыҙға,
Кесегеҙгә һәм дә олоғоҙға.
Осратҡанға ғүмер юлдарымда
Мең-мең рәхмәт әйтәм Хоҙайыма.
Фото: https://unsplash.com/