Мәҙәниәт
24 Декабря 2022, 11:00

Торатау Бабайға хат яҙ!

“Торатау” геопаркында башҡорт Ҡыш Бабайы, йәғни Торатау Бабайы почтаһы эш башланы.

Торатау Бабайға хат яҙ!Торатау Бабайға хат яҙ!
Торатау Бабайға хат яҙ!

Хаттар Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ҡабул ителә. Торатау Бабайға тип килгән хаттарға яуап бирергә урындағы халыҡ ярҙам итә. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Тобольск һәм башҡа ҡалаларҙан илленән ашыу хат килгән дә инде. Балалар Торатау Бабайға теләктәр яҙылған хаттар, асылмалар ебәрә.

Хатты 453239, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Үҙәк урамы, 20Г адресы буйынса “Торатау Бабайға” тип ебәрергә була.

 

Фото: Фото: pixabay.com

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас