

Ауыр саҡтарымда, әсәкәйем,
Яндарыңа килеп ҡолайым.
Оҙон ғүмер һиңә бирһен тиеп,
Көндә Хоҙайымдан һорайым.
Көләс йөҙөң, наҙлы ҡараштарың,
Туңған йөрәгемде йылыта.
Күңеленән әрнеп илаһа ла
Балаҡайым - тиеп йыуата.
Рәхмәт, әсәй, изгелегең өсөн,
Тик иманлы ғүмер биргәнгә.
Рәхмәт, һиңә, күҙ йәштәрең аша
Нурҙар һибеп көлә белгәнгә.
Ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләп,
Беҙ йыйылдыҡ һинең яныңа.
Һиңә арнап изге һүҙҙәр генә
Яңғыраһын ошо табында.
Фото: https://unsplash.com/