Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ноябрь , 15:00

Шылтыратсы, балам!

.

Шылтыратсы, балам!
Шылтыратсы, балам!

Шылтыратсы көнөнә бер онотмайса
Атай ни хәл тиеп белергә.
Ауырлыҡта янған йөрәккәйем
Ике һүҙҙән тора ирергә.

Әгәр инде әле кәрәкмәһә атай,
Атай, үҫтек, ваҡыт юҡ, тиегеҙ.
Минең йөрәк
мәңге алға типмәҫ,
Минең өҫтә булыр ер тигеҙ.

Йөрәк көтә һеҙҙән шылтыратыу.
Көндәр үтә оҙаҡ йыл һымаҡ.
Аңла, балам, Атай йөрәгендә
Минең йәшлек, һеҙҙең бала саҡ. 

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Минислам Әхмәтйәнов
Читайте нас в