Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь , 12:00

БӘХЕТ ТЕЛӘ

.

БӘХЕТ ТЕЛӘ
БӘХЕТ ТЕЛӘ

Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет юра, —
Минең алда башланмаған
Аҙмы юлдар тора!

Төйнәп һаман осон осҡа,
Сабам күҙем тоноп,
Үрелерҙәр улар бергә
Ғүмер юлым булып.

Үрҙәр ҡалҡыр, һикәлтәләр...
Тыймам ләкин атты, -
Әкиәттәге ҡояш ҡыҙы
Һарайына саҡлы!

Уйҙар өсөн етә икән,
Юл да етмәҫ, тимә.
Дуҫым! Тот та ҡулдарымдан,
Шатлыҡ, бәхет телә!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Рәшит Назар
Читайте нас в