Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь , 21:00

Күңелемә инеп эҙләнмәгеҙ...

.

Күңелемә инеп эҙләнмәгеҙ...
Күңелемә инеп эҙләнмәгеҙ...

Күңелемә инеп эҙләнмәгеҙ,
Көнләшмәгеҙ минең булмыштан.
Хөкөм итмәгеҙ һеҙ, мине ҡаты,
Яҙа баҫһам, әгәр яңылыштан...
Тормош - ҡалын урман кеүек бит ул,
Аҙашып та ғына китерлек.
Үҙ юлында бара һәр бер кеше,
Көс тә таба уны үтерлек.
Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ,
Бысратмағыҙ минең йәнемде...
Бөйөк Аллаһ күреп,белеп тора,
Ситләтмәҫ тә әле үҙемде.
Ҡылған изгелектәр етерлектер,
Догаларым телем осонда.
Рәхмәтлемен яҙған яҙмышыма,
Шатлыҡ-ҡайғыһы ла ошонда...
Күңел ихласлығы һүнмәһен ,тип,
Өмөт менән тыуа көндәрем.
Уҫал тормош һелкеп һалғанда ла
Күҙ йәштәрем аша көләрмен.
Ырыҫ-бәхет кенә ташламаһын,
Бирһен Тәңрем һаулыҡ, моңдарын.
Бикләнмәһен күңел. Шатлыҡ менән
Тыуып торһон минең йырҙарым!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Хәдимә Солтанова
Читайте нас в