Бәләкәй генә туҡыма киҫәктәренән оҫта итеп тегелгән ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә сарала ҡатнашыусыларҙың барыһыны ла оҡшаны. Үҙенсәлекле хәҙерге заман энә, еп ҡулланмай туҡыма киҫәктәренән Япон техникаһы "Кинусайга" ярҙамында картина эшләү буйынса Матвеева Александра Петр ҡыҙы, ә Ғәмбәрова Зөһрә Һибәтулла ҡыҙы борондан әсәй-өләсәйҙәребеҙ араһында, бала имеҙгәндә түште ҡаплау һәм түште йылыла тотоу өсөн ҡулланылған "Күкрәксә", боронғо теген машинаһында тегеп күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр. Мәктәп музейында нисәмә йылдар буйына һаҡланған күкрәксә яңы һулыш алды, тип әйтһәк тә була.
Боронғо әйберҙәрҙе тергеҙеү, уларҙы халыҡҡа күрһәтеү, еткереү беҙҙең төп бурысыбыҙ. Беҙҙең күргәҙмәне биҙәгән Йәмилова Райхана Һибатулла ҡыҙының ҡул эштәре өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ.