

Әсәй, мине таңда уят әле,
Уятҡандай малай сағымда.
Сөйҙә торған эйәремде алып,
Ат көтөргә китәм тағы ла.
Саптар атым минең уҡтай осор,
Һалҡынса ел бәрелер йөҙөмә,
Күкрәгемә яңы ғәйрәт тулыр,
Ысыҡ ҡойолор даға эҙенә.
Далалағы алһыу таң атыуын
Тағы килә минең күрәһем.
Уйнаҡлашып йөрөгән тайҡайҙарҙың
Ялҡайҙарын килә үрәһем.
Таң атҡанда миңә әкиәт һөйләр
Тын күлдәрҙең зифа ҡамышы.
Хәтфә ергә ятып, бер тыңлармын
Һабан турғайының тауышын.
Ялан яңғыратып, йәш тай кешнәр,
Тәү ҡат уға эйәр һалғанда...
Әсәй, мине таңда уят әле,
Дала өҫтөн томан алғанда.
Фото: https://unsplash.com/