

Берәү ҙә бит алдан белмәй яҙмышҡайын,
Пар ҡанатлы булырма, йә яңғыҙҡайы...
Яңғыҙлыҡты үҙе теләп алмай кеше,
Был донъяла барыһы ла Хоҙай эше.
Аңлай алмаҫ хәлебеҙҙе сит бауырҙар,
Күңелдәрҙә ятҡан һағыш бик ауырһың...
Йөрәктәргә эленеп торған йәнгенәбеҙ,
Әйтерһең дә осоп китер бер ҡауырһын.
Яңғыҙҙарға түҙемлекте Хоҙай биргән,
Шатлығы ла, ҡайғыһы ла Күк-Асмандан.
Яңғыҙлыҡты кисермәгән, күрмәгәнгә
Яҙмаһын да кисерергә бер ҡасан да.
Яңғыҙҙарҙың күҙ йәштәре бигерәк әсе,
Һағыштарын йыуһа икән бөтөргәнсә.
Йәштәр аша йылмаябыҙ ҡайһы саҡта,
Белмәйенсә һөйләмәгеҙ беҙҙең хаҡта.
Берәү ҙә бит яңғыҙлыҡты һорап алмай,
Үлгәндәрҙең арттарынан үлеп булмай...
Рәнйетмәгеҙ яңғыҙҙарҙы, төшөр йәше,
Донъялыҡта барыһы ла Хоҙай эше...
Фото: https://unsplash.com/