

Күркәм сарала муниципаль район хакимиәте, предприятиелар, ауыл хужалығы, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдыңғы хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары юғары баһаланып билдәләнеп үтте.
Байрамдың сағыу өлөштәренең береһе - йәш шайморатовсыларҙың (З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты 6 А класс уҡыусыларының) илгә хеҙмәт итеүгә ант биреүе.
Шулай уҡ сарала алдынғы уҡыусыларға муниципаль район хакимиәте башлығының стипендияһы тапшырылды.
Хөрмәтле райондаштар, Республика көнө байрамы ҡотло булһын!
Автор фотолары