Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2022, 15:00

Улым минең уң ҡанатым...

.

Улым минең уң ҡанатым...
Улым минең уң ҡанатым...

Улым минең уң ҡанатым,
Ҡыҙым һул ҡанатҡайым.
Мин бит һеҙҙе ҡарынымда
Ятҡандан яратҡайным.

Саф һөйөүем күкрәгемдән,
Һөт булып аҡҡан ине.
Һеҙ тыуғанда күк йөҙөндә,
Алһыу таң атҡан ине.

Күҙ нурҙарым, саф һыуҙарым,
Һәм минең һулар һауам.
Рәхмәтлемен шөкөр Хоҙай,
Балаҡайҙарым балам.

Ғүмер буйы йылытырлыҡ,
Һөйөүемдең ялҡыны.
Йәшәү йәмен, бәхет тәмен
Һеҙҙең менән татыным.
Пар ҡанатҡайҙарым минең,
Бары һеҙ тип талпынам

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлиә Азаматова-Мукминова.
Читайте нас: