Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Сентябрь 2022, 10:00

Ауыл хәбәрҙәре

17 сентябрь көндө Ҡолғона ауылы мәҙәни үҙәгендә "Мөхәббәтле ғүмер" исемле әҙәби музыкаль кисә уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Алтын туйҙарын билдәләүсе пар - Йәмилә менән Ғәни Йосоповтарҙы тәбрикләнек. Улар икеһе лә юғары квалификациялы белгестәр, хеҙмәт ветерандары. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгәндәр. Себер тарафтарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр.

Бер береһе өсөн өҙөлөп торған парға һоҡланмау мөмкин түгел. Әйтерһең дә ярты быуаттан ашыу ғүмер үтмәгән - күңелдәр һаман йәш, матур, дәртле. Кешеләрҙе һоҡландырып артабан да шулай иҫәнлектә-һаулыҡта, балаларығыҙға терәк-таяныс булып, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәргә яҙһын.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Фәнилә Яхина.
Читайте нас: