Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 12:00

Гран-при алырға яҙһын!

14 сентябрь көндө Өфө ҡалаһындағы филармония гөрләп торҙо - Башҡортостандың төрлө төбәктәренән "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсының 2-се турына бейеүселәр йыйылды. 3 көн эсендә "Байыҡ"тың ҙур сәхнәһендә бик күп талантлы бейеүселәр сығыш яһаны.

Гран-при алырға яҙһын!
Гран-при алырға яҙһын!

Яҡташыбыҙ - Кинйәбулат ауылынан Айһылыу Шәмсетдинова уңышлы сығыш яһап, финалға сыҡты! Хөрмәтле жюри ағзалары бейеү һалыусыға һәм бейеү башҡарыусыға 10 баһа бирҙе. Афарин, Айһылыу!

 

Фото ғаилә архивынан

Гран-при алырға яҙһын!
Гран-при алырға яҙһын!
Гран-при алырға яҙһын!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: