Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2022, 09:00

Иртән торғас парлап сәй эсәргә...

.

Иртән торғас парлап сәй эсәргә...
Иртән торғас парлап сәй эсәргә...

Иртән торғас парлап сәй эсәргә,
Йән киҫәгем, мин һин кәрәк.
Яңғыҙ эскән сәйҙең тәме лә юҡ,
Ундай сағым булды бик һирәк.

Эшем төшһә, кәңәш һорашырға,
Тағы ла бит миңә һин кәрәк.
Ете яттың кәңәше лә кәкере,
Бәғеркәйем, миңә һин терәк.

Мышнап ятмайынса яндарымда,
Татлы йоҡоларға талмайым.
"Яратам!" тип оран һалмаһам да,
Мөхәббәтем һин бит, аңлайым.
Һинһеҙ, йәрем, йәшәй алмайым!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлиә Мөкминова
Читайте нас: