

Боронғолар иң кәрәктә китап асҡан,
Яҡшыға ла, яманға ла яуап тапҡан,
Иң һуңғы һүҙ, хаҡлы баһа унан сыҡҡан,
Күңел зауҡын, шауҡымдарын китап баҫҡан..,
– тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Мин китаптар уҡырға яратам. Шуға ла китапханаға һәр саҡ теләп барам. Сөнки унда барыбыҙҙы ла яратҡан апайыбыҙ көтә. Ул - Зөлфирә Зәкирйән ҡыҙы Таһирова. Бик оҙаҡ йылдар эшләй ул Маҡар ауылы моделле китапханаһында. Беҙҙең барыбыҙҙы ла барған һайын ҡосаҡлап ала. Кәрәк икән, кәңәштәрен дә бирә. Беҙ уны икенсе әсәйебеҙ кеүек күреп яратабыҙ.
Ысынлап та, китапта үҙеңде борсоған һәр бер һорауға яуап табырға була. Бының өсөн кәрәкле әҙәбиәтте эҙләп табырға ғына кәрәк. «Китапһыҙ йорт – ҡотһоҙ йорт», – тигән мәҡәлде лә беләбеҙ. Зөлфирә апайға бөгөн үҙемде күптән борсоған һорауҙы бирергә булдым. Сөнки уға тормош күп һынауҙар бирә, яңынан яратҡан эшенә сығыу тарихын да беләбеҙ. Апайыбыҙ эргәһенә дуҫтарым Диана, Зарина менән хәлен белешергә бара торғайныҡ.
- Китапханасы булып эшләүҙән ялҡманығыҙмы, Зөлфирә апай?
- Һис кенә ялҡмайым. Китапханасы – ул китаптар донъяһында режиссер ҙа, дизайнер ҙа, рәссам да, психолог та, экскурсовод та. Мин дә шул йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышам. Был һөнәр күңелемә ныҡ яҡын.
- Һеҙгә күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Яңынан аяҡҡа баҫыр өсөн көстө ҡайҙан алдығыҙ?
- Яҡташыбыҙ Ибраһим Ғиззәтуллиндың тормошо, китаптары ярҙам итте.
- Китап уҡыусыларға ниндәй изге теләктәрегеҙ бар?
– Китапхана – оло хазинаға тиң. Уның менән дуҫ булырға саҡырам. Белем генә өҫтәү өсөн түгел, шәхес булараҡ та, рухи яҡтан үҫер өсөн дә кеше уҡырға тейеш.
– Зөлфирә апай, йыл һайын уҙғарылған «Китапханаға – китап бүләк ит» акцияһына быйыл ҡушылыусылар булдымы?
- Әлбиттә, үҙҙәренең шәхси китапханаларындағы китаптарын бүләк итеүселәр аҙ түгел. Әйтәйек, шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова, билдәле журналист, публицист, яҙыусы, тарихсы Фаяз Йомағужин, Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ сәсәне Фәүзиә апай Ҡотлогилдина бер ҡасан да китапхананы онотҡандары юҡ. Юғары органдарҙа эшләгән дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов һәм Әбйәлил районынан Фәттәхов Таһир Булат улы ла китапханабыҙҙы байытты. Таһир ағай беҙҙең яҡты ишетеп кенә белгән. Был яҡтарға юлы төшкәс: «Ә ниңә буш ҡул барырға Маҡар мәктәбенә, ауыл китапханаһына?» - тигән фекергә килгән һәм шәхси китапханаһынан, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенән өряңы китаптарҙы бүләк итеп килтергән. Ауылыбыҙҙың башҡа китап һөйөүсе дуҫтары барлығын да аңланыҡ, күрҙек.
Китап – беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ. Әгәр үҙегеҙгә дуҫтар табырға теләһәгеҙ, күберәк китапханаға йөрөгөҙ! Ял көндәрендә лә һеҙҙең өсөн китапхананың ишектәре асыҡ. Унда
барыбыҙҙы ла асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, үҙ эшен яратҡан Зөлфирә апай көтә!