

Күңелемдә мин һаман да бала,
Етем бала — вафат әсәйем…
Ошо һағыш һаман сыңлап тора,
Нисә йылдар шулай йәшәйем.
Эх, әсәйем булһа, ҡайтыр инем,
Һөйләр инем уға хәлемде,
Тубығына башты һалыр инем…
…Эй һағынам ошо мәлемде!
Юҡ шул инде төбәп ҡайтыр урын –
Тыуған өйҙә көткән кеше юҡ,
Һәр беребеҙ үҙе донъя көтә,
Башҡаларҙа иһә эше юҡ.
Әсәй иҫән булһа, йыйыр ине,
Бөтәбеҙҙе атай йортона,
Бөтәбеҙ ҙә әсәй йөрәгенә
Тигеҙ һыйыр инек… Юҡ ҡына!
…Нисә йылдар ошо һағыш өтә,
Шул юғалтыу менән йәшәйем.
Күңелемдә мин һаман да бала –
Йыуатырға юҡ шул әсәйем…
Фото: https://unsplash.com/