Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы урынында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, көйөҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы – аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе.
Йәнырыҫ ауылында икенсегә үткәрелгәр "Буй балаҫ байрамы" яңы ғына балаҫ һуғыу кәсебен үҙләштереүсе оҫталарҙы йыйҙы. Улар өсөн бик күп күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы балаҫ һуғыу оҫтаһы - Ғафүри районы Туғай ауылынан Заһиҙуллина Гөлнара Истәүей ҡыҙы аҫалы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Килгән ҡунаҡтарға был кәсеб эйәләре күҙ яуын алып торған күргәҙмәләр тәҡдим итте.
Сарала ҡатнашыусы Гөлнара Истәүей ҡыҙына, Фәнилә Яхина, Гөлсара Әминева, Зөһрә Ғамбарова, Ләйсән Яппарова, Минзилә Әһлиуллина, Лилиә Шкуратова, "Бишбармаҡ" бешерү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтеүсе Зәлья Фәсхетдин ҡыҙына һәм сараға килгән ҡунаҡтарға, үткәреүҙә ярҙам иткән хеҙмәттәштәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.