Элек-электән башҡорт ҡыҙҙары оҙон сәсле булыуҙары менән айырылып торған. Уны үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгәндәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: был конкурс уҡыусыларҙың күңелендә сәм дә, дәрт тә, халҡыбыҙ рухына һөйөү ҙә уята алды. Ни тиһәң дә, гүзәллек бәйгеһе үҙеңде сәхнәлә тота белергә, сая булырға өйрәтә.