Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Июнь 2022, 11:00

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән республикабыҙ райондарында бер-бер артлы һабантуйҙар башланды.

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!

Унда иҡтисадтың аграр секторы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһала, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар билдәләнә, концерт номерҙары башҡарыла. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба, күңел аса һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта ала.

Пандемияға бәйле ике йыл тотҡарлыҡтар булғандан һуң, уҙған шәмбе Аҙнай ерендә үткән Һабантуйҙы халыҡ көтөп алды. Байрамдың тантаналы өлөшө, йолаға ярашлы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән асылды. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә ишембайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Александр Ряботаев һәм башҡалар килгәйне.

“Һабантуй-2022” флагын күтәреү үткән йылдарҙағы һабантуй еңеүселәре “Привалов А. З.” крәҫтиән-фермер хужалығы вәкилдәре – водитель Олег Глазов менән келәт мөдире Лилиә Глазоваға тапшырылды. Артабан Ишембай районының ауыл хужалығы алдынғыларының тантаналы парады башланды. Улар араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, спорт, мәҙәниәт, мәғариф вәкилдәре бар ине.

Тәүге ҡотлау һүҙе Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловҡа бирелде. Ул үҙ сығышында ауыл хужалығы тармағаны ентекле туҡталды.
- Районда сәсеү кампанияһы ойошҡан рәүештә үтте. Быға техниканы ваҡытында әҙерләү, яйға һалынған эш һәм райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең бар
нимәгә лә яуаплы ҡарауы булышлыҡ итте. Сәсеү эштәре егерме алты мең гектарға яҡын майҙанда башҡарылды, шул иҫәптән иген культуралары егерме меңдән ашыу, техник культуралар биш мең ярым гектарҙы биләй. Ауыл эшсәндәре ауыл хужалығы культураларын сәсеү планын үтәне. Бөгөн баҫыуҙарҙа сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, культураларҙың рәт араларын, пар баҫыуҙарын эшкәртеү алып барыла. Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүҙә һәм сәсеүҙә иң яҡшы күрһәткестәргә “Лейтер Е.Г.”, “Едих Е.В.”, “Привалов А.З.”, “Искәндәров Т.Т.”, “Шаһиев Г.Х.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Победа”, “Интернационал”, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре өлгәште.
Сәсеү эштәре барышында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән райондың алдынғы механизаторҙары бөгөн сәхнәгә күтәреләсәк. Был хеҙмәткәрҙәрҙең уңышы баһалап
бөткөһөҙ һәм уларҙың исемдәре һабантуй трибунаһынан беренсе тапҡыр ғына яңғырамай. Шулай уҡ малсылыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм. Улар
мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамланы, малдарҙы йәйге көтөүлектәргә күсерҙе. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Ишембай районы хужалыҡтарының бөтә категориялары буйынса 32 мең тонна һөт һәм биш мең тонна ит етештерелгән. Бөгөн ауыл ерендәге үҙидара органдарының эшмәкәрлеге тураһында ла бер нисә һүҙ әйтәһе килә. Ауыл халҡының социаль хәле туранан-тура ауыл Советтарының уңышлы эшләүенә бәйле. Ауылдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыра, уларҙы төҙөкләндереүгә күп көс һалына. Халыҡтың йорттары төҙөк, ихаталары йәмле, таҙа һәм бөхтә булһын өсөн күп эш башҡарыла. Райондың ауыл биләмәләрендә матур йола буйынса йыл һайын “Иң яҡшы тораҡ пункт” һәм “Өлгөлө шәхси ихата” конкурстары үткәрелә. Йомғаҡтар яһалды һәм тиҙҙән комиссия ҡарарын иғлан иткәндә ошо йылдың һөҙөмтәләрен белербеҙ, - тине үҙенең сығышында Азат Ишемғолов.

Гөлнара Зиннурова һәм Александр Работяев та үҙҙәренең сығыштарында сараға килгән халыҡты байрам менән ҡотланы. Улар алдынғыларҙы тәбрикәләү тантанаһында
ҡатнашты.

Гөлнара Фаат ҡыҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы – хакимиәт башлығының финанс һорауҙары буйынса урынбаҫары Әлфиә Зыкованы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне. Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы ветеринария станцияһының эпизоотикка ҡаршы отрядының әйҙәүсе ветеринар табибы Нәсимә Баймырҙинаға РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы ветеринария станцияһының Көҙән ветеринар участкаһы мөдире Юрий Филиппов бүләкләнде.

Шулай уҡ БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән “Лейтер Е.Г.” КФХ-һының машина менән һауыу операторы Фәрзәнә Атнашева, ошо уҡ хужалыҡ тракторсыһы Альберт Зарипов, “Шаһиев Г.Х” КФХ-һы тракторсыһы Абдрахман Гәрәев, “Привалов А.З” КФХ-һы водителе Олег Глазов, “Лейтер Е.А.” КФХ-һы зоотехнигы Михаил Егоров, “Правда” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тракторсы-машинисы Илшат Ҡотлоюлов, “Едих Е.В.” КФХһының тракторсы-машинисы Марат Ҡотлоев, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте водителе Андрей Попков, Верхотор ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Турчин бүләкләнде.

Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Фәүзиә Ғилманова, КФХ башлығы
Евгений Едих, “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Геннадий Лейтер, “Привалов А.З.” КФХ-һы механизаторы Азамат Хәйруллин, “Едих Е.В.” КФХ-һы агрономы Фәнис Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдиновтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Баҫыу уңғандарын ҡотлауҙы артабан район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов дауам итте. Яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса эре предприятиелар араһында
“Лейтер Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығы 1-се урынға, “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығы - 2-се, “Привалов А.З. крәҫтиән-фермер хужалығы 3-сө урынға лайыҡ
булды. Бәләкәй предприятиелар араһында 1-cе урын – “Искәндәров Т.Т.” крәҫтиән-фермер хужалығына, 2-се урын “Шаһиев Г.Х.” крәҫтиән-фермер хужалығына, 3-сө урын “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бирелде. Малдарҙы ҡышлатыу йомғаҡтары буйынса 1-се урынға “Лейтер Е.А.”, 2-се урынға “Едих Е.В”, 3-сө урынға “Привалов А.З” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары сыҡты. Шулай уҡ юғары һөнәри оҫталыҡтары, агросәнәғәт комплексы системаһында намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм
хеҙмәткәрҙәргә Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Атайсал - кесе тыуған ил” проектының әүҙем ҡатнашыусыларын Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин тәбрикләне. Илебеҙ, республикабыҙ етәкселеге тарафынан агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. 2021 йылда райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә төрлө эшмәкәрлек йүнәлешенә 48 миллион 700 мең һумға субсидия бирелгән. Ағымдағы йыл башынан алып ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиәнфермер хужалыҡтарына 51 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам күрһәтелгән. Райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм кооперативтары республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда «Ғаилә фермаларын үҫтереү» программаһы буйынса ике крәҫтиәнфермер хужалығы 27 миллион һум күләмендә грант алды.

Бынан тыш, “Передовик” ауыл хужалығы производство кооперативына “Үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеү” проекты буйынса иген киптереү комплексы һәм игенде таҙартыу, киптереү буйынса ҡорамалдар эшен ойоштороу өсөн 26 миллион һум күләмендә грант бирелде. Район хужалыҡтарында машина-трактор паркы яңыртыла. Ағымдағы йыл башынан алып 78 миллион һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алынған. Һабантуйҙа ат сабышы – халыҡ көтөп алған тамаша. Ул элек-электән байрамдарҙың төп атрибуты булып һаналған һәм үҙе тирәләй тамашасыларын йыйған. Быйылғы сабышта һыбайлыларҙың иң кесеһенә 14 кенә йәш ине.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса тәүге заезда беренсе урынға Һайран ауыл Советынан Кирилл Глухов, икенсегә Маҡар урман хужалығынан Руслан Аптикаев, өсөнсөгә “Сорокина Н.Л” КФХ-һынан Әхмәт Булатов лайыҡ булды. Икенсе заезда беренселекте “Лейтер Е.А.” КФХ-һынан Денис Федоров, икенсене “Сорокина Н.Л” КФХ-һынан Олег
Феоктистов, өсөнсө урынды Мәләүез районынан Ирек Сәфәров алды. Өсөнсө заезда беренселекте “Лейтер Е.А.” КФХ-һынан Денис Федоров, икенсене - “Сорокина Н.Л” КФХ-һынан Марсель Әҡсәнов, өсөнсөнө “Лейтер Е.А.” КФХ-һынан Евгений Федоров яуланы. Дүртенсе заезда беренсе урынға “Сорокина Н.Л” КФХ-һынан Марат Садрисламов, икенсегә - “Лейтер Е.А.” КФХ-һынан Евгений Федоров, өсөнсө урынға “Привалов А.З.” КФХ-һынан Рифат Ҡаҙаҡҡолов сыҡты.

Һабантуйҙың йәме, биҙәге – ул, әлбиттә, тирмәләр. Быйыл да ауыл биләмәләре тирмә ҡороуға, уларҙы биҙәүгә, милли ризыҡтар менән ҡунаҡ ҡаршылауға етди әҙерләнгән. Һәр ауыл биләмәһе үҙ төбәгенә хас һыҙаттарҙы, кәсептәрҙе күрһәтергә, мөмкин тиклем боронғо үткәндәргә күҙ һалырға тырышҡан. Тирмәләрҙә көйәнтә-биҙрә, ағас киле, сәңгелдәк, самауыр, балаҫ һуғыу станогы, йөн эшкәртеү ҡоролмалары, бура “ҡойо” кеүек халыҡтың көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. “Һабантуй-2022” тирмәләр бәйгеһендә 13 ауыл һәм ҡала Советы ҡатнашты. Комиссия ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде. Гран-При Байғужа ауыл Советына тапшырылды. Беренсе урын - Ишембай ҡала биләмәһенә, икенсе урын – Маҡар ауыл Советына, өсөнсө урын Петровский һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советтарына бирелде.

Аҙнай яланында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Балалар ҙа, ололар ҙа үҙҙәрен спорт ярыштарында һынап ҡарап матур бүләктәргә эйә булды. Халыҡ таланттары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай сағыу концерты булды.

Ниндәй һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен! Көрәштә беренсе урындарға Илнар Батыршин (55 кг тиклем), Азамат Байданов (75 кг-ға тиклем), Тимур Кульманов (75 кг-дан артыҡ), Линар Батыршин (60 кг-ға тиклем), Марсель Фәйзуллин (70 кг-ға тиклем), Алмаз Кирәев (75 кг-ға тиклем), Айнур Кинйәбаев (80 кг-ға тиклем), Марсель Сырлыбаев (85 кг-ға тиклем), Рөстәм Заиров (85 кг-дан артыҡ) лайыҡ булды.

Һабантуй - халыҡ байрамы, ул нисә йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Ауыл халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә.

Йылына бер килгән һабан байрамы йәнә лә матур тәьҫораттар ҡалдырып, уҙып китте. Ил-көн имен булып, киләһе йылдарҙа ла шат күңел менән байрам итергә яҙһын!


Автор һәм Айгөл ХӘЙБУЛЛИНА фотолары

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: