

Фестивалде Мәскәү милләттәр йорто ойошторҙо. Сара планеталағы иң боронғо музыка ҡоралдарының береһе - варганға арналды. Башҡортостанда уны - ҡумыҙ, Алтайҙа - ҡамуз, Яҡутстанда хомус һәм башҡалар тип йөрөтәләр.
- Фестивалдең конкурс программалары онлайн уҙғарылды. Ева Баһауетдинова ҡумыҙҙа “Ауыл иртәһе” импровизацияһын башҡарҙы, унда урман шаулауын, ҡоштар
һайрауын, ат тояҡтары тауышын ишетергә мөмкин ине. “Музторг” магазиндар селтәренең өс мең һумлыҡ сертификатын алып, ҡыҙ 6-12 йәш категорияһында еңеүсе булды, - тине “Хазина” берләшмәһе етәксеһе Айгөл Миңлеғолова.