Мәҙәниәт
25 Мая 2022, 07:00

Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы

.

Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашыАуылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы
Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы

Эй, май үтә, май үтә,
Май үтә лә йәй етә.
Май үткәнгә ҡайғырмайбыҙ,
Беҙҙең йәш ғүмер үтә…

Сәхнәнең сағыу уттарынан күҙҙәр ҡамаша. Тулҡынланыуҙан бәләкәс кенә йөрәгем дөпдөп тибә. Шуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп йырымды дауам итәм. Залда ултырған ауылдаштарым йылмайып миңә ҡарай. Эх, күңелле! Мин буласаҡ йырсы…

Бөгөн ошондай матур төш күреп, күтәренке кәйеф менән уянып киттем. Бала саҡҡа ҡайткандай булдым. Бәләкәстән кеше кем генә булырға хыялланмай ҙа, ҡайҙа ғына эшләмәй. Бына мин дә тәүҙә йырсы, аҙаҡ уҡытыусы, ә бөгөнгө көндә юрист. Үҙенең ғүмерлек юлын табыр өсөн ниндәй генә юлдар, кәртәләр үтмәй әҙәм балаһы. Шул ваҡытта яныңда ярҙам итеүсе, кәрәк һуҡмаҡтарҙы күрһәтеп биреүсе булһа, һин бәхетле! Ундайҙар балала яңы һәләттәр аса, бығаса белмәгән һөнәрҙәргә өйрәтә, осорға ҡанат ҡуя.

Минең дә тормош юлымда яҡшы кешеләр бихисап осраны. Бөгөн һүҙем Һайран мәҙәниәт йорто етәксеһе – Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы Ғәзизова хаҡында булыр.

Әлегеләй хәтеремдә, берәй байрам етә башлаһа, беҙ, класыбыҙҙың иң әүҙем бер нисә уҡыусыһы, ауыл клубына репетицияларға йөрөй башлайбыҙ. Серле сәхнә донъяһы беҙҙе ылыҡтыра, үҙенә тарта. Көн һайын Зөлфиә апайыбыҙ беҙгә сәхнә серҙәрен аса. Зөлфиә, Луиза, Рәил, Илгиз парлашып бейейҙәр, оҫталыҡтарын арттыралар. Ә мин, дуҫым Эльвира менән - йырсы. Рәүилә - оҫта шиғыр һөйләүсе. Номерҙарыбыҙҙы ҡабатлап, етешһеҙлектәре өҫтөндә эшләйбеҙ. Аҙаҡ инде, уйнап туйғас, өйҙәребеҙгә таралышабыҙ. Сығыш яһаған көндәр етһә, бигерәк тә ныҡ тулҡынландыра. Ләкин Зөлфиә апайыбыҙҙың бер яғымлы ҡарашы беҙгә көс, ышаныс өҫтәй. Шулай күңелле үтте беҙҙең бала саҡ. Әле шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрһәң яныбыҙҙа ниндәй шәхес, үҙ эшенең оҫтаһы булғанын аңлайһың.

Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы 1966 йылда күп балалы Райхана һәм Сөләймән Ғәзизовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Ата-әсәһенең иң яратҡан төпсөк ҡыҙы, апай-ағаларының ҡурсалап ҡына торған һеңлеһе булып үҫә ул. Булыр бала биләүҙән тигәндәй, бәләкәстән теремек, үткер була. Һайран урта мәктәбендә уҡыған йылдарында ла әүҙем уҡыусы, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Моңло итеп йырлаһынмы, оҫта итеп бейеһенме, тасуири шиғыр уҡыһынмы – бөтәһен дә булдыра. Шуғалырмы, мәктәпте тамамлағас, Зөлфиәнең Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумы студенты булыуына бер кем аптырамай. Ул мотлаҡ мәҙәниәт өлкәһендә эшләргә, төрлө саралар ҡуйыусы оҫта ойоштороусы булырға тейешмен тигән маҡсат ҡуя һәм булдыра ла. Ҡулына диплом алғас, Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы тыуған ауылы Һайранға ҡайтып, мәҙәниәт йортонда ең һыҙғанып эш башлай.

Бөгөнгөләй иҫемдә, диплом эшен махсус комиссияға күрһәтеү маҡсатында ауыл клубында спектакль ҡуйҙылар. Зал шығырым тулы, барыһы ла ҡыҙыҡлы, сағыу тамашаны ҡарарға килгән. Мәҙәни сара дәррәү алҡыштарға күмелде. Тамашасыларҙың һәр береһе үҙенең ауылдашы өсөн ғорурланып, һоҡланып ултырҙы. Сара аҙағында, комиссия етәксеһе, Стәрлетамаҡтан килгән уҡытыусы, студентын маҡтап, уңыштар теләп оло рәхмәт һүҙҙәрен әйткәне балалыҡ хәтеремдә ныҡлы һаҡланып ҡалған.

Һайран ауылы мәҙәниәт йортонда байрам айҡанлы концерттар ойоштороу, район кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, спектаклдәр ҡуйыу, күрше ауылдарға гастролдәргә сығып китеүҙәр - барыһы ла була эшләү дәүерендә. Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы үҙен тынғыһыҙ сәнғәт эшмәкәре, һәр ваҡыт эҙләнеүсе шәхес, оҫта ойоштороусы итеп таныта. Уның ҡулы аҫтында ойошторолған ауыл һабантуйҙары, йәрминкәләр, төрлө күләмле саралар сағыу иҫтәлек булып ҡалды. Шулай янып, дәртләнеп эшләгәненә лә хәҙер 30 йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы район, республика кимәлендә төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ауылдаштары араһында ла оло ихтирамға лайыҡ. Уны хөрмәтләп яҡташтары “беҙҙең Зөлфиәбеҙ”, “Зөлфиә апайыбыҙ” тип өндәшә.

Һигеҙ бала араһында иң бәләкәсе булған Зөлфиә изгелекле, иғтибарлы бала, яғымлы һеңлекәш тә. Төп йортта ҡалып ата-әсәһенә ҡәҙер хөрмәт күрһәтеп йәшәне,
уларға ҡарата һуңғы бурысын еренә еткереп үтәне. Апай-ағайҙарына, уларҙың ғаиләләренә, балаларына әле лә иң яратҡан яҡын туған. Уның ишеге кеше өсөн һәр
саҡ асыҡ, өҫтәле тулы һый.

Асыҡ күңеле, йомшаҡ һүҙе, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы йәш быуынды тәрбиәләүҙә, уны төрлө яҡлап үҫтереүҙә булышлыҡ итә. Шуғалыр ҙа, ауылдаштарым араһында Зөлфиә Сөләймән ҡыҙына киләсәктә кәрәк булырҙай сифаттарҙы үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтеүселәр күптер. Шәхсән үҙемә, сәхнәлә сығыш яһауҙарым әлеге эшемдә - суд процестарында сығыш яһауға ярҙам итеүе көн кеүек асыҡ. Минең менән бергә репетицияларға йөрөгән класташтарым, бала саҡ дуҫтарым да тормошта үҙ урындарын тапты.

Зөлфиә Рәхмәтуллина - билдәле журналист, Луиза Мырҙағәлиева (Заһитова) – ире менән мебель фирмаһы асып уңышлы эшләй, Рәил Ҡаҙаҡҡолов – банкта юрист, Рәүилә Йәнтүрина (Юлбарисова) Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Уларҙың да тормошонда бала саҡтағы репетициялар, сығыштары ыңғай йоғонто яһап, артабанғы эштәрендә ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Әйтеп үткән дуҫтарым Зөлфиә апайҙың шөғөлләнгән балаларының бик аҙы ғына, һанай китһәң, ваҡыт та, ҡағыҙ бите лә етмәҫ.

Әле лә дәрте, ижади ҡомары һүрелмәгән Зөлфиә апайҙың. Районда үткән һәр мәҙәни сараларҙа Һайран мәҙәни йорто хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша. Улар, заман талабына ярашлы, социаль селтәрҙәрҙә лә яҡтыртып, халыҡҡа еткерергә тырыша.

Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, йәме лә һин, Зөлфиә апай! Һәр ваҡыт мөләйем йөҙөң, асыҡ ҡарашың, йомшаҡ һүҙең, ябайлығың, шул уҡ ваҡытта үҙ баһаңды белеп намыҫлы эшләүең менән кешене һоҡландыраһың. Алда әле үрләйһе үрҙәр, матур саралар, ҡыуаныслы көндәр күп булһын. Ауылыбыҙҙың мәҙәни усағын һүндермәй, гөрләтеп, ауылдаштарыңдың ихтирамын, яҡшы мөнәсәбәтен тойоп, оҙаҡ йылдар уңышлы эшләргә яҙһын!

Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы
Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы
Автор:Венера АҪЫЛГӘРӘЕВА (МУЛЛАҒОЛОВА). Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас