Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2022, 18:00

Ауыл хәбәрҙәре

Һайран ауыл биләмәһендә эшләп килгән "Тамаша" халыҡ театры Мөҙәрис Багаевтың "Бабай һәм ярыҡ ялғаш" тип аталған комедияһы менән районыбыҙ буйлап гастролдәрен дауам итә. 18 май кисе театрҙың талантлы артистары әҙерләгән был өр-яңы сәхнә әҫәрен ҡарап сәнғәт донъяһына Этҡол ауылы тамашасыһы сәйәхәт ҡылды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Артистар сәхнә әҫәре аша бөгөнгө көн проблемаларын актуалләштереп, тамашасы күңелендә ыңғай тәьҫораттар уятты. Төрлө сәбәптәр арҡаһында түбәнгә тәгәрәгән шәхестәрҙең яҙмышына үҙ-үҙенә яуапһыҙлылығы, битарафлылығы күренештәре лә сәхнәлә сағылыш тапты.

Көслө ямғырҙар булыуына ҡарамаҫтан тамаша залында үҙ урындарын алған театр һөйөүселәр һәүәҫкәр актёрҙарҙы аяҡ өҫтө баҫып, дауамлы алҡыштар менән тәбрикләне, йылы теләктәрен әйтеп, тағы осрашыуҙар көтөп ҡаласаҡтарын еткерҙе.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/public191136259?w=wall-191136259_231

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:
Читайте нас: