Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Май 2022, 12:18

Изге күңелдән!

Ишембай районы Һайран ауылында тыуып-үҫкән ҒИЗӘТУЛЛИН Айрат Тәлғәт улы күркәм юбилейын - 60 йәшен билдәләй!

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп йәшә лә, йәшә! 

Ҡәҙерлебеҙ! Һин булғанға донъябыҙ йәмле. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Тыуған көнөң гөрләп үтһен,

Шатлыҡ менән тулһын күңелең.

Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ

Һин йәмләйһең күңел түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,

Һин бирешмәй йәшә, мең йәшә!

 

Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың.

Изге күңелдән!
Изге күңелдән!
Автор:
Читайте нас: