Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Май 2022, 15:00

“Алтынай”ҙар һәр саҡ алда!

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге бейеү коллективтары еңеү артынан еңеүҙәре менән ҡыуандыра.

“Алтынай”ҙар һәр саҡ алда!
“Алтынай”ҙар һәр саҡ алда!

Күптән түгел Салауат ҡалаһында уҙған “Бейеүле ямғыр” республика конкурс-фестивалендә 150-ләп бейеү ансамблдәре араһында халыҡ бейеүҙәре номинацияһында “Алтынай” өлгөлө бейеү коллективы Гран-при яулаһа, етәкселәре Артур Рим улы “Иң шәп бейеү ҡуйыусы” дипломы менән бүләкләнде.

Был ғына түгел, үткән йәкшәмбе Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ижадсылар һәм таланттар” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында ла бик уңышлы сығыш яһаны улар. Мәртәбәле ярышта “Аҡбуҙат” балалар бейеү коллективы “Дуҫлыҡ” бейеүе менән 2-се дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булһа, “Алтынай”ҙар “Бөркөтостан-Гөлбостан”, “Казачья воля” бейеүҙәре менән барыһын хайран итте һәм унда ҡатнашыусы 50-гә яҡын коллектив араһында Гранприға эйә булды! Халыҡ мираҫын һаҡлағандары һәм ошондай оҫта бейеүселәр тәрбиәләгәне өсөн етәкселәренә Рәхмәт хаты тапшырылды.

Афарин, “Алтынай”ҙар! Афарин, Артур Рим улы! Артур Рим улын һәм уның барлыҡ бейеүселәрен Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан ҡотлайбыҙ, уларға киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ижади уңыштар һәм яңынан-яңы бейеклектәр теләйбеҙ.

Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас: