

Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында «Премьер» өлгөлө бейеү коллективының йылды йомғаҡлау концерты уҙҙы.
«Премьер» өлгөлө бейеү коллективының 12 йыллыҡ тарихы бар һәм ул репертуарының төрлөлөгө менән айырылып тора. Ансамбль үҙенең алыштырғыһыҙ етәксеһе, ҡуйыусыһы һәм балетмейстеры, репетиторы һәм илһамландырыусыһы Ирина Серова ярҙамында ҙур үрҙәргә һәм ҡаҙаныштарға өлгәшә.
2010 йылда Ирина Ринат ҡыҙы үҙенең бик ҙур булмаған коллективы менән ижад юлын башлай. Бөгөнгө көндә бында 4 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Дүрт төркөм эшләй. Йәш артистарҙың сикһеҙ күнекмәләре һәм репетициялары, эш һөйөүсәнлеге күп йылдар дауамында яңы башлаған бейеүселәр тарафынан нығытылған йола. Ирина Серова - хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө.
«Премьер» өлгөлө ансамбле ҡаланың төп сәхнәләрендә сығыш яһау менән генә сикләнмәй. Коллектив республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. «Премьер»ҙың наградалары - Өфө ҡалаһында заманса бейеү йүнәлештәре буйынса Асыҡ кубокта, Ырымбур ҡалаһында «Урал дуҫтарын йыя» халыҡара бейеү сәнғәте фестивалендә, «Юрматы йондоҙҙары», «Ишембай ынйылары» фестивале конкурсында, Сочи ҡалаһында «Коралл утрауы» халыҡ-ара балалар ижады фестивалендә, Һамар ҡалаһының «Волга йондоҙлоҡтары» халыҡ-ара балалар ижады конкурс-фестивалендә, Магнитогорск ҡалаһының «Бейеү тамсыһы» Бөтә Рәсәй хореография сәнғәте фестиваль-конкурсында һәм башҡа бик күп сараларҙа урындар яулау.
Бейеү коллективы репертуарында утыҙҙан ашыу автор композицияһы бар. Улар халыҡ бейеүҙәре лә, балалар өсөн уйын композициялары ла, башҡа ижади коллективтар һәм башҡарыусылар менән берлектә ижад ителгән әҫәрҙәр ҙә. Ансамбль ҡайҙа ғына бармаһын, ниндәй генә сәхнә майҙансығында сығыш яһамаһын, уны мотлаҡ уңыш оҙатып бара. Йәш артистар тамашасыларға ижадтарының иң сағыу һәм ихлас тәьҫораттарын бүләк итеү өсөн тырыша. Бөгөн өлгөлө «Премьер» ансамбле - йөҙгә яҡын йәш бейеүсе, бейеү сәнғәтенә һөйөү менән берләшкән ҙур һәм татыу ғаилә!
Ансамблдең составы яңыра, йәш бейеүселәр тәжрибә туплап, өлкәндәрен алмаштыра. Ҡыҙҙар бәләкәйҙән сәхнә тормошо менән ҡайнай. Һәм бына улар бөгөн матур, талантлы, өлкәнәйгән, башҡа ҡалаларҙа ҡаҙаныштар яуларға әҙер бейеүселәр. Ирина Ринат ҡыҙы уларға күп йылдар дауамында коллективтың нигеҙе булғандары өсөн
рәхмәт белдерә.
Ирина Серова эше менән генә түгел, ә ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Александр менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Улар әсәләренә һәр ваҡыт терәк һәм ярҙамсы. Ҡыҙы Даринаның тыуыуы Ирина Ринат ҡыҙына бейеү коллективы менән эште дауам итергә ҡамасауламай, киреһенсә - балаларҙың яңы композициялары барлыҡҡа килә, улар сағыулығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Бөгөнгө көндә Дарина әсәһе етәкләгән коллективта бәләкәстәр төркөмөнә йөрөй. Ә улдары Богдан баскетбол һәм гитара менән шөғөлләнә.
- Мин ғаиләм, эшем, коллективым менән бәхетлемен. Бейеү коллективының тормошо нимә ул? Был хореографияға һөйөү менән берләшкән кешеләр генә түгел, был ижад төрө ансамблде ысын ғаилә итә, унда һәр кем һәр саҡ ярҙамға килә, кәрәкле һүҙҙәр таба, уңыштарыңа ҡыуана. Ғаиләнең нигеҙе, әлбиттә, атаәсәләр! Балалары өсөн янып-көйгән атай-әсәйләребеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Ирина Ринат ҡыҙы.
Кисәлә тамашасылар бейеүселәрҙең һәр сығышын алҡыштарға күмде. Ҡыҙҙарға кубоктар, дипломдар тапшырылды.
Автор фотолары.