Мәҙәниәт
3 Апреля 2022, 07:00

Ауыл хәбәрҙәре

Әхмәр мәҙәниәт йортонда тағында бер байрам кисәһе шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Көлкө көнөнә арналғайны ул. Кисәнең төп геройҙары - Тимербайҙың килендәре, “Көлөп алайыҡ але, дуҫтар!” тип аталған кисәнең күңелле алып барыусылары булды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Концерт барышында тамашасылар иғтибарына башҡорт халыҡ әкиәттәре "Яуыз ҡатындан дейеү бәрейелә ҡасҡан", "Ҡунай менән Ҡупай", төрлө ҡыҙыҡлы интермедиялар, ”Мунса ташы”нан өҙөктәр, ”Уральские пельмени“ тапшырыуынан ҡыҙыҡлы күренештәр, дәртле бейеүҙәр тәҡдим ителде.

Клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы исеменән бик күңелле кисә бүләк иткәндәре өсөн һәүәҫкәр артистарыбыҙға - барлыҡ ҡатнашыусыларға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Фото: https://vk.com/club107983683

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас