Мәҙәниәт
22 Марта 2022, 14:00

Йәшәй -йәшәй генә аңлайбыҙ шул...

.

Йәшәй -йәшәй генә аңлайбыҙ шул...Йәшәй -йәшәй генә аңлайбыҙ шул...
Йәшәй -йәшәй генә аңлайбыҙ шул...

Йәшәй -йәшәй генә аңлайбыҙ шул
Ғүмерҙәрҙең хаҡын, ҡәҙерен...
Ашығабыҙ, ашҡынабыҙ һаман
Онотабыҙ миҙгел ҡәҙерен.

Сабый ваҡыт, татлы бала саҡты
Һағынабыҙ йылдар үткәс...
Ярһыу йәш ғүмерҙәр иҫкә төшә
Яҙған булһа, көҙҙәр еткәс...

Көҙҙәр инде килде, көтмәһәктә...
Әбей булдыҡ, һырҙар маңлайҙа...
Йөрәк кенә һаман ун һигеҙҙә...
Күңел сәскә ата яҙҙарҙа...

Алтын көҙҙөң матурлығын тойоп
Яҙһа ине йәшәп үтәргә.
*Ерҙә йәшәү - бүләк кенә* булғас
Йәшен булып кәрәк йәшнәргә!

Ҡәҙерҙәрен белеп һәр миҙгелдең
Иҫән, имен, наҙға төрөнөп...
Йәшәү яҙһын ине һәммәбеҙгә
Ҡәҙер, хөрмәт күреп, һөйөнөп.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Ғиләжева Г.
Читайте нас