

Был идеяны хуплап, туған – ырыуын, килен – кейәүҙәрен, ҡоҙа – ҡоҙағыйҙарын туплап бик бай "Тыуған яғым моңдарымда" тип аталған концерт программаһы эшләргә өлгәшкән мәҙәниәт йортоноң етәксеһе Асия Ишморат ҡыҙы Хәйруллина. Нәҫелдән килгән йыр – моңға һөйөү, башҡарыу оҫталығы һәр сығышта сағылыш табып алҡыштарға күмелде.
Афарин, Фәхретдиновтар нәҫеле, Асия апай! Һеҙ булдырҙығыҙ!