

Концертта ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр түңәрәгенә йөрөүселәр, "Тулған ай" ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле, ҡалаларҙан ҡайтҡан йырсылар, бейеүселәр һәм башҡалар сығыш яһаны. Төрлө дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар, дуэт-йырҙар, ҡыҙыҡлы интермедиялар күрһәтелде.
Ауылдаштар һәр сығышты дәррәү ҡул сабып, көслө алҡыштарға күмеп ҡаранылар. Ошо концерт программаһында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға, зал тултырып килгән тамашасыларыбыҙға, изге теләктәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Дамира Шәйхрахман ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.