

Шулай ҙа, ошо көндәрҙә «Ауаз һала сал тарих» сәхнәгә яңынан ҡайтасаҡ – Сәрүәр Сайранова исемендәге театр халыҡ исемен раҫлауға тап уны тәҡдим итә. Тыуған төйәк, аҫабалыҡ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш темаһы бөгөн дә үҙ көнүҙәклеген юғалтмай, тип әйтергә урын бар.
- Ҡуйылған талаптар буйынса халыҡ театрының исемен өс йыл һайын раҫлап торорға кәрәк. Был спектаклде сәхнәләштереүгә килгәндә, уның барышында монологтарҙы төрлө яҡтан ҡыҙыҡлы итергә тырыштыҡ. Мәҫәлән, экранда конкрет осорға бағышланған фильмдарҙан өҙөк күрһәтә барҙыҡ. Бөтә персонаждарҙы ла Ил инәһе образы менән тығыҙ бәйләнек, сөнки ул – бөтөнлөк, берҙәмлек символы, - тип ихлас уртаҡлашты Сәрүәр Сайранова исемендәге халыҡ театры менән 17 йыл етәкселек иткән Розалия Әхмәтйәнова. - Тамашасы шул дөйөмлөктө спектаклдең башынан алып аҙағына тиклем тойоп ултырырға тейеш. Этно-стилдәге көйҙәрҙе, ҡобайырҙарҙы индереү ҙә пьесаға йәм өҫтәне.
Әҫәрҙә барған ваҡиғалар, күтәрелгән проблемалар, төрлө осорға ҡарамаҫтан, бөгөнгө тамашасылар аудиторияһына ҡыҙыҡлы. Юрматыларҙың бай тарихын сағылдырған спектакль бер нисә сюжеттан һәм образдан тора. Ә геройҙар үҙҙәре Ҡаяташ янында монолог менән сығыш яһай.
«Ауаз һала сал тарих» пьесаһында ҡатнашҡан персонаждар тураһында һүҙ йөрөткәндә, Илбикә образы бөтә Башҡорт илен һәм уның халҡын һынландыра. Юрматы ырыуы башлығы Абдулланың ҡатыны Ишбикә үҙҙәренең тарихын бәйән итә. Тәтегәс бейҙең хәләл ефете Йомабикә XVI быуат ваҡиғаларын һүрәтләй.
Үҫәргән ҡыҙы Ҡышбикә – Ҡараһаҡалдың ҡатыны. Караттарҙың башҡорт халҡын вәхшиҙәрсә ҡырыуы тураһында уның һыҡтауы. Артабан һүҙ XIX быуат, атап әйткәндә, 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышы тураһында бара. Ҡаһым түрәнең икенсе ҡатыны Айбикә тап ошо хаҡта һөйләй. Граждандар һуғышы осоро һәм Зәки Вәлидиҙең сәйәси эшмәкәрлеге менән Иҫәнбикә таныштыра. Хат ташыусы Гөлбикә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы бөтә ҡатындарҙың да дөйөм образын һынландыра. Ә бына Әсмәбикә һанап үткән геройҙарҙың тап киреһе. Нисек кенә аяныс хәл булмаһын, ул араҡыһын, ҡабымлығын алып, Торатауға һөйәре менән осрашыуға килә. Әммә Ҡаяташ янында, үҙ халәтен аңлап, ҡапыл айнып киткәндәй була. Әмәлгә ҡалғандай, милли кейем кейгән ҡыҙы, Наҙбикәһе лә килеп сыға. Ул – милли йолаларҙы эскелеккә ҡарағанда өҫтөн һанаған йәш быуындың образы. «Хәҙер эсеү модала түгел» тигән фекерҙе алға сығара был осраҡта драматург. «Театр – зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел бөтәйтеп ҡайтыр урын», - тип юҡҡа ғына әйтмәгән, күрәһең, яҙыусы, әҙәбиәт белгесе Ғайса Хөсәйенов.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт театры – ул туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән рухи сығанаҡ. Ошо коллектив усағын һүндермәй дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөгән артистарыбыҙға яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләп ҡалабыҙ.