

Байрамға килеүселәрҙе Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С.А.Герасименко ҡотланы. Шулай уҡ районда уҙғарылған "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яулаған өсөн 20 мең һумлыҡ сертификатты мәҙәниәт йортона тапшырып китте ул.
Байрамды һәүәҫкәр артистарыбыҙ, уҡыусы балалар тарафынан әҙерләгән концерт программаһы дауам итте. Концерт һуңында ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған командалар төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һорауҙарға яуап биреп, таҡмаҡтар әйтеп, йыр-бейеүҙә көс һынаштылар.
Ошо байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән бағымсыбыҙ КФХ "Павлов" В.С.Павловҡа һәм һәүәҫкәр артистарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.