

Кескәйҙәр төрлө интерактив уйындарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйнаһа, үҫмерҙәргә өҫтәл футболы, аэрохоккей, виртуаль күҙлектәр, хәрәкәтләнеүҙе лә талап иткән "Консоль" уйын ҡушымтаһы оҡшай. Ә инде ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға массаж креслоһында ял итергә, теген машинаһында үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе тегеп алырға һәр ваҡыт мөмкин. Балаҫ һуғыу станогында балаҫ һуғырға өйрәнеү һәм балсыҡ менән эшләү дәрестәре даими эшләйәсәк. Һәм, әлбиттә, яңыртылған китап фонды китап һөйөүселәребеҙҙе һәр ваҡыт шатландырып торасаҡ.
Этҡол моделле ауыл китапханаһы







