Мәҙәниәт
11 Февраля 2022, 06:00

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар мәҙәниәт йортона Маҡар, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарының ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Быйылғы йыл "Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы" йылы тип иғлан ителде һәм ойошторолған сара ла ошо йылға арнады.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Кисәне Һарғай ауылы килене Гөлгөнә Ситдиҡова оҫталыҡ дәресе менән башлап ебәрҙе: ул нисек еңел генә итеп ырғаҡ менән селтәр-түшелдерек бәйләү серҙәрен өйрәтте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ "һә" тигәнсә селтәр бәйләргә өйрәнеп тә алдылар.
 
Иҫәкәй ауылынан Мостафина Сәүиә апай ҙа ҡул эштәре менән таныштырып үтте - йылы кофта, матур сәскәләр ҙә бәйләй икән. Ә Маҡар ауылынан Әлфиә апай һарыҡ йөнө иләп күрһәтеп, ойоҡбаш бәйләү үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Мораҙымова Рәмзиә апай иһә бәйләнгән матур рауза сәскәләренә нисек итеп йән өргәнен һөйләп үтте. Рима Латыпованың да ҡул эштәре етерлек ине: йылы кофталар, сәскәләр һәм башҡалар. Үтәғәнова Нурзилә апай кәзә мамығын күҙ алдында тиҙ генә эшкәртеп ҡуйҙы, бәйләгән мамыҡ шәлен дә күрһәтеп алды.

Кисә барышында барыһы ла төрлө кәңәштәр алды, уйын уйнарға ла өлгөрҙөк.

Кисә аҙағында ҡул эшенә генә түгел, аш-һыуға ла оҫта хужабикәләр менән бергә әҙерләнгән табын артында тәмле итеп сәй эстек. Ошондай йылы, кәрәкле, фәһемле осрашыуҙы тағын ойошторайыҡ, тип иҫтәлеккә фотоға төшөп, рәхмәт әйтеп таралыштыҡ.


 
 
Фото: https://vk.com/makarsdk
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас