Мәҙәниәт
5 Февраля 2022, 16:00

Үлән сәйе - тәнгә дауа

Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡтар ижады һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылын асыу уңайынан "Үлән сәйе - тәнгә дауа" тип исемләнгән кисә үткәрелде.

Үлән сәйе - тәнгә дауаҮлән сәйе - тәнгә дауа
Үлән сәйе - тәнгә дауа

Шифалы үләндәр менән танышыу, концерт программаһы менән үрелеп барҙы ул. Ағинәйебеҙ Вәлиә Кашаф ҡыҙы балаларға файҙалы үләндәр тураһында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Төрлө шифалы үләндәрҙән эшләнгән, хуш еҫ бөркөп торған сәйҙән дә ауыҙ иттек. Көндәлек тормошта даими рәүештә ҡулланылган мәтрүшкә үләненә арнап ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ менән йыр ҙа йырлап алдык.

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Үлән сәйе - тәнгә дауа
Үлән сәйе - тәнгә дауа
Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас