

Уның ижады ямғыр һәм мөхәббәт темаһына бағышланған. Был йүнәлештә ул 1984 йылдан алып эшләй. Ә уны тап шулай тип атайҙар ҙа - " Ямғыр һәм мөхәббәтте һүрәтләүсе рәссам"
"Образлы әйткәндә, көндәр ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ир менән ҡатын бер -береһен ихлас күңелдән яратырға тейеш. Ул ҡойоп торғанда ла һине ҡосағыңа алып йылытырлыҡ кешең булһын, - тип белдерә үҙ эштәре хаҡында ижадсы.
Уның картиналары иҫ киткес һөйөү,, йылы мөнәсәбәт хисе менән һуғарылған.