

Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Шулай уҡ уйындар донъяны танып белеүҙә лә ярҙам итә. Ә халыҡ уйындары балаларҙа тик ыңғай ғына сифаттар тәрбиәләй. Шул маҡсатты күҙ уңында тотоп Әхмәр ауылы балаларын башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырҙыҡ.