Мәҙәниәт
5 Января 2022, 19:15

Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!

5 ғинуар Алаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!” тигән конкурс үтте.

Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!
Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!

Конкурста ҡатнашыусылар төрлө самауырҙар килтерҙеләр. Ҡуҙ, электрик самауырҙәр өҫтәлде йәмләне. Сара һыйлы,йырлы бер байрамға әүерелде, уртаҡ табында сәй эсеү менән тамамланды.Ә өҫтәлдең түрендә ултырған самауырҙар араһында әсәй - өләсәйҙәрҙең ҡулланған ҡуҙ самауырына етәме һуң инде тигән фекерҙә таралышты байрамға килеүселәр.Самауыр ҡайнатыу хәҙер онотола бара. Ауылда ул барлыҡ табындарҙың да айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнер тип уйлайбыҙ.

 

Фото: https://vk.com/public201720913

Автор:Алаҡай ауыл клубы
Читайте нас