

Бәхетһеҙҙәр бәхет көтә,
Бәхетлеләр белмәй ҡәҙерен!
Бәхет бер килә лә, китә ул,
Һаҡлап тотоу кәрәк бәхетте.
Батша булып батша ла бит,
Юғалта алтын тәхетте.
Бәхет керһә һаҡлағыз һеҙ,
Бәхетле мин тип тороғоҙ!
Бәхетле булып йәшәйем тиһәгеҙ,
Бәхет менән тормош ҡороғоҙ!
Фото: https://pixabay.com/ru