Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2021, 08:00

Ҡартайҙыҡмы?

.

Ҡартайҙыҡмы?
Ҡартайҙыҡмы?
Олоғайҙың, тиҙәр, минме тейем,
Ҡартайҙың бит, тейеп көйәләр.
Ней һораһам миңә шуны биреп
Иңдәремдән тотоп һөйәләр.
Әле генә теш-тырнағым менән
Донъя йөктәренән тартҡайным.
Ҡасан китте йәшлек һинән, минән
Әллә ерҙәр киттеме ҡартайып.
Аптырапта ҡуям ҡайһы ваҡыт,
Ҡасан өлгөрҙөм һуң ҡартайып?!
Көлөмһөрәп ҡуям сағыштырып.
Ҡайһы йәшкә ҡарап һағайып.
Был ни ғиллә, кешеләрҙе ниңә
Бүләләр һуң йәше-ҡартына.
Айырма юҡ, һалымдар бит килә
Бер тигеҙҙән ҡарты-йәшенә.
Йәшәйһеләр килә ишетмәйсә
Ҡартлыҡ тигән һүҙҙе тағы ла.
Ваҡыт бирҙе Аллам һиңә-миңә
Ужымдарҙы йыйнап һалыуға.

 
Фото: https://pixabay.com/ru
 
Автор:Кәримова Мәрйәм 
Читайте нас: