Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 14:00

ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың йәнә бер коллективы үҙенең уңышы менән шатландырҙы. Петровск ауыл мәҙәниәт йортоноң “Петровчане” халыҡ фольклор ансамбле ноябрь аҙағында Ырымбурҙа уҙғарылған “Рус йыры” Бөтә Рәсәй конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Был конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыр маһирҙары йыйылды.

ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!
ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!

Конкурстың тәүге туры онлайн рәүештә, видеояҙмалар ебәрелеп үткәрелә. Уңышлы сығыштар 2-се турға һайлап алына.

- Үкенескә, ансамблдән барыбыҙ ҙа бара алманыҡ. Хәүефһеҙлек сиктәрендә талаптарҙы ла үтәү мөһим ине. Шулай ҙа матур итеп сығыш яһап ҡайттыҡ. Беҙҙең репертуар, йыр башҡарыу кимәле юғары баһаланды, кейемдәребеҙҙе лә оҡшаттылар. Ансамблебеҙҙә һирәк осрай торған музыка ҡоралдары булыуы ла жюриның иғтибарын йәлеп итте, - тине “Петровчане” халыҡ вокал ансамле етәксеһе Рәмилә Рәхмәтуллина.

Был ансамблдең 35 йылдан ашыу тарихы бар. 2015 йылдан уға Рәмилә Рәхмәтуллина етәкселек итә. Уларҙың репертуарында рус халыҡ йырҙары. Ансамбль йолаларҙы күрһәтеүгә лә ҙур иғтибар бирә.

- Беҙҙең сығыштарҙа ошо ерлектәге рус халҡының йыр-моңо сағыла. Уларҙы йыйыу менән үҙем дә шөғөлләнәм. Павловка, Бәрҙәшле ауылдарында йәшәгән өлкән инәйҙәргә барып, уларҙан йырҙар өйрәнеп, аҙаҡ аранжировка эшләп, бер нисә тауышҡа бүлеп ансамбль менән башҡарабыҙ, - тип һөйләне Рәмилә Минеғужа ҡыҙы.

Ансамблдең составында күберәк хаҡлы ялдағы педагогтар. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе йәлеп итеү буйынса ла эш алып барыла. Конкурстарҙа юғары баһа алыу ҙа “Петровчане” коллективы өсөн ғәҙәти күренеш. 2017 йылда Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған «Тыуған ауыл йырлай” исемле Бөтә Рәсәй конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исемен яулауҙары ла был һүҙҙәргә дәлил.

Әйткәндәй, ауыл мәҙәниәт йортонда Рәмилә Рәхмәтуллина етәкселегендә “Илһам” халыҡ вокал ансамбле лә эшләп килә. Ул да йыр бәйгеләрендә үҙенең оҫталығын күрһәтеп тора. Бынан тыш, Рәмилә Минеғужа ҡыҙы үҙе лә конкурстарҙа ҡатнашып, йыр башҡарыу оҫталығын һынай. Был иһә яңы бейеклектәргә, үҫешкә әйҙәй. Ошо көндәрҙә ул “Ҡазан һөлгөһө” исемле татар халыҡ йырҙарының онлайн конкурсында гармунда уйнап, йырлап гранприға лайыҡ була.  Конкурстарҙа еңеүҙәр мәҙәниәтте
күтәрә, урындағы йолаларҙы данлай.

 

Фото: https://vk.com/id299489042

ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!
ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!
ЫРЫМБУРҘАН - ЛАУРЕАТ БУЛЫП!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: