Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 07:45

Һынауҙа һынала кеше...

.

Һынауҙа һынала кеше...
Һынауҙа һынала кеше...

Һынауҙа һынала кеше -
Кеме һыныр, кем көслө.
Ауырлыҡты кисергәндә,
Яҡты көн һоро төҫлө.

Күңелдәр үтә нескәрә,
Һәр һүҙ ҡағыла йәнгә.
Бирешмә, тигән бер һүҙ ҙә
Кѳс ѳҫтәгәндәй тәнгә.

Ысын дуҫмы, әллә ялған
Һынау килгәс беленә.
Ҡай берҙәре ул сағында,
Эленмәҫтәр күҙеңә.

Һынау һынай барыһын да,
Көндә булмай аҡ көндәр.
Ни яҙылған - шуны күреп,
Үтәләр инде көндәр.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Рәсимә Сәлихова.
Читайте нас: