Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 17:00

Бошонма һис...

.

Бошонма һис...
Бошонма һис...

Бошонма һис - сүп кенә ул
кеше әре, һүҙҙәре.
Шундайыраҡ һүҙҙәрҙе бер
ишетерҙәр үҙҙәре.
Кәмһетергә тырышырҙар,
мыҫҡыл итеп көлөрҙәр.
Әммә Һиңә күрһәткәнде
үҙҙәре лә күрерҙәр.
Саф йәнеңде ҡарайтырға
маташып та ҡарарҙар.
Саф алтынға бысраҡ йоҡмаҫ!
Һөйләп - һөйләп арырҙар.
Эт һөсләтеп, телләшергә
теләүселәр бихисап.
Бәлки улар миллиондыр -
Алып барма һин хисап!
Башҡаларҙың ҡулы менән
туҡмарға ла теләрҙәр.
Әммә Аллаһ барын күрә -
Шуны белмәй йүләрҙәр.
Нахаҡ һөйләп ышандырыр
күп әҙәмде ялғансы.
Әммә уның һүҙҙәренә
ышанмайым бер тамсы.
Ҡаҡлығып та кире ҡайтыр
яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ.
Яуыз йәнгә - яуызлығы,
шаҡшылыҡҡа - шаҡшылыҡ.
Яуызлыҡты кем күп ҡылған -
йөрәктәре ҡанһырар.
Был тормошта ҡылғаныбыҙ
Ҡайтауаздай яңғырар.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Сулпан Миңлебаева
Читайте нас: