Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2021, 21:00

Ҡыҙыма ҺҮҘ

.

Һөйөү уттарында яныу, ҡыҙым,
Бәхҽт бит ул!
Мөлдөрәмә бәхҽт!
Йөрәгҽң - ут, ялҡын...
Күңҽл - күктә...
Һөйөү - ҡанатлы ул,
Һөйөү - тәхҽт!

Мәрхәмәтлҽ булһын һиңә Күктәр,
Көйрәп ҡуймаһын, тим, ҡанаттарың.
Һөйөү уттарында янып, минҽң
Ҡанаттарҙы булды ҡанатҡаным...

Дауалары уның, барыбҽр, Һөйөү,
Һөйөү барҙа донъя түп- түңәрәк.
Китҽлмәһҽн, тиһәң, был донъялар,
Йөрәккә ут кәрәк!
Һөйөү кәрәк!

Һөйөү уты Күктәр гиҙҙҽрә лә,
Һөйөү уты сумыра сөңгөлдәргә.
Һин ышанма, ҡыҙым, был донъяла
Саф мөхәббәт юҡ ул, тигәндәргә.

Һөйөү бар ул!
Һөйөү ул - бәхҽттҽң
Мөлдөрәмә гҽнә тулышҡаны.
Ул - Күктәрҙә йондоҙ атылғанда,
Йөрәк мҽнән йөрәк ҡауышҡаны.

Автор:Ғәлиә Кәлимуллина
Читайте нас: