Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ноябрь , 13:00

Концерттан еңеү менән

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Сулпылар-2021" республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Жюри ағзаларына БАССР-ҙың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре Рим Хәсәнов, Нәзифә Ҡадирова, Венер Камалов, Венера Юлгилдина, "Сулпылар-2004" еңеүсеһе Илнур Рамазанов ингән.

Концерттан еңеү менән

Конкурс өс этапта үткән. Унда 300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашҡан. Беренсе турҙа - 50, икенселә -26, ә финалға 13 бала үткән.
Ишембай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Азамат Рәхмәтуллин III урынға лайыҡ булған.

Азаматты еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/culture_of_ishimbay

Концерттан еңеү менән
Автор:Гөлнора Йәмилева