Мәҙәниәт
30 Октября 2021, 19:07

Мин башҡортмон, ғорурланам...

.

Мин башҡортмон, ғорурланам...Мин башҡортмон, ғорурланам...
Мин башҡортмон, ғорурланам...
Мин башҡортмон, ғорурланам
Атам-әсәм башҡорт булғанға.
Ғорурланам, мең йыл тарихлы
Башҡортостанымда тыуғанға.
Әсәй, тиеп телем асылған,
Атай,тиеп тәпәй баҫылған.
Бар донъяның мөғжизәһе миңә
Тыуған телем аша танылған.
Башҡорт телем хаҡлыҡ теле,
Беҙгә кәрәк уны һаҡларға.
Килер быуын өсөн көстө биреп
Маңҡортлоҡтан уны яҡларға.
Оҙон кистә өләсәйҙәр
Һөйләр ине әкиәтте.
Улар әйткән мәҡәл-әйтем,
Дөрөҫлөккә юл күрһәтте.
Ожмах кеүек еребеҙҙе,
Беҙ бурыслы яҡларға.
Килер быуындар өсөн,
Башҡорт телен һаҡларға.
Аҡмулланың әйткәндәре
Беҙгә булһын аманат.
Зәйнәп,Рәми һүҙҙәренә,
Килтермәйек яманат.
Ата-бабам башҡорт булған,
Башҡорт теле - әсәм теле.
Салауаттар рухы менән
Йәшәһен башҡорт иле.
 
Мин башҡортмон, ғорурланам...
Мин башҡортмон, ғорурланам...
Мин башҡортмон, ғорурланам...
Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас