Аллаға шөкөр, аяғым йөрөй,
Аллаға шөкөр, күҙҙәрем күрә,
Аллаға шөкөр, ҡолағым ишетә,
Аллаға шөкөр, аҡылымда бына.
Аллаға шөкөр, туғандар яҡын,
Аллаға шөкөр, эшләп йәшәймен,
Аллаға шөкөр, дуҫтарым янымда,
Аллаға шөкөр, ризығым мулдан,
Аллаға шөкөр, үҙемсә уңған.
Аллаға шөкөр, торор урыным бар,
Аллаға шөкөр, кәм -хур булманым.
Сиксеҙ шөкөр итәмен Аллам һиңә,
Шатланып үтәм тормош юлдарын!
Раббым ташлама, мин һинең,
Кисер гонаһымдың аҙын булһа ла.
Кеше һөйләргә бирмә иректәр,
Йыландай улар яуыз саҡһа ла.
Ғәйбәт һатҡандар үҙҙәрен белһен,
Раббым уларҙы үҙе кисерһен.
Аллаға шөкөр тип әйтәмен көн дә,
Ғәзиз Аллам шуны ишетһен.
+29 °С
Ясно



