Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2021, 20:05

Йәш шағирә танылыу алды

Яҡташыбыҙ, Хажы ауылы ҡыҙы Айһылыу ДАУЫТОВАНЫ А.Вознесенский исемендәге стипендия лауреты булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Йәш шағирә танылыу алды
Йәш шағирә танылыу алды

Айһылыу Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Әлеге мәлдә ул Башҡорт
филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында «Башҡорт әҙәбиәте теорияһы һәм тарихы» йүнәлеше буйынса магистратурала белем ала.

Йәш шағирәнең шиғырҙары республика гәзит-журналдары биттәрендә йыш сыға. Ул Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе эшендә ҡатнаша, башҡорт филологияһы, көнсығыш телдәре һәм журналистика факультеты базаһында даими үткәрелгән әҙәби кисәләр биҙәге булып тора. Гәзит уҡыусылар иғтибарына Айһылыу Дауытованың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.


ФЕНИКС-ШИҒЫРҘАР


Була торған шундай мәлдәр –
Таштан ҡаты була күңел
Һәм үҙенән бөртөк шиғыр
Һытып сығарырлыҡ түгел.
Тыуып торған һәр рифманы
Ул ваҡытта усаҡ йота.
Меҫкендәрҙең аһ-зарынан
Ай ҙа хатта йәшен йота.
Ваҡыт уҙа, уйҙар туҙа...
Таштар бөттө емерелеп.
Эске донъям шыр яланғас.
Төндәр буйы хәҙер килеп...
Тынғы бирмәй, йөрәгемә
Уҡтар булып ҡаҙалалар –
Минең феникс-шиғырҙарым
Йәнә көлдән яралалар.


УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ


“Шағир!” – тигән булалар,
Йүкә шына ҡағалар.
Иңемдәге йөк өҫтөнә
Тағын берҙе һалалар.
Ул хәтлем дә ауырлыҡты
Ҡайһылай күтәрәйем?
Әллә, әйтәм, юл сатына
Шул көйө түңкәрәйем...
Әйҙә шунда ята бирер,
Әҙәмдәр йөрөй бирер.
Бәлки берәй алйотона
Йөктөң кәрәге тейер.
Аһа! Туҡта! “Намыҫ” тигән
Бер әтнәкәм бар икән.
Шул әтнәкә өгөтләүҙән
Шиғыр яҙыла микән?
Буҫлыҡҡансы илатһа ла
Көмөрөмдәге йөгөм,
Ҡулымдағы ҡәләмһеҙ бит
Мин Айһылыу түгелмен.
Киттем инде ҡотороп –
Ҡағыҙ бите тултырып
Шиғыр яҙҙым ултырып.
Бәлки, берәй, йыбанмаһаң,
Һин уҡырһың ултырып.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: