

Бар шундайҙар, һис бер ваҡытта ла
ыңғай яғын күрмәй кешенең.
Көнләшеүҙән йоҡоһонан яҙыр
артыҡ малы булһа күршенең...
Йөҙөң менән ерҙе һеперһәң дә
һәйбәт тимәҫ, бары сүп табыр.
Ул ғына шәп, белә бар нәмәне,
уның янында ғүйә һин бахыр...
Ярап булмай ундай кешеләргә,
ары йөрөүҙәрең хәйерле .
Ҡуласа бит донъя, килер бер көн
Хоҙай бар бит, бер саҡ тигеҙләр...
Фото: https://pixabay.com/ru